Isaiah 23
Раббының Тир ҡалаһын язалаясағы
1Тир ҡалаһы тураһында әүлиәлек.Эй Таршиш караптары, ҡысҡырып илағыҙ!Һеҙ Киттимдән ▼
▼ Киттим – хәҙерге Кипр.
ҡайтышлай ишеткән хәбәр дөрөҫ,Баш ҡалағыҙ емерелде, бер генә йорт та ҡалманы.
2Шымығыҙ, яр буйҙарында йәшәүселәр!
Диңгеҙҙә йөрөгән Сидон ▼
▼ Сидон – Тирҙың төньяғында урынлашҡан диңгеҙ буйындағы ҡала.
сауҙагәрҙәре һеҙҙе байытты.3Ҙур һыу буйлап Шихорҙан орлоҡ,
Нилдан иген килтерерҙәр ине.
Бөтөн ҡала ҡәүемдәргә баҙар булды.
4Оял, Сидон, диңгеҙ ярындағы ҡәлғә!
Сөнки диңгеҙ һиңә әйтә:
«Мин тулғаҡ ғазабы кисермәнем, бала тапманым,
Уландар тәрбиәләмәнем,
Ҡыҙҙар үҫтермәнем».
5Тир тураһындағы хәбәр Мысырға барып ишетелһә,
Кешеләрҙең йөрәктәре һыҙланасаҡ.
6Таршишҡа күсеп китегеҙ,
Эй диңгеҙ яры буйында йәшәүселәр, ҡысҡырып илағыҙ!
7Борон замандарҙан уҡ нигеҙ һалынған,
Кешеләрен алыҫ илдәрҙә төйәкләнергә оҙатҡан,
Шатлыҡ-һөйөнөсө ташып торған
Ҡалағыҙға һеҙҙең нимә булған?
8Батшаларға таж кейҙергән Тирға
Бындай яҙмышты кем билдәләне?
Был ҡаланың сауҙагәрҙәре – шаһзада,
Эшҡыуарҙары донъяның иң хөрмәтлеләре ине.
9Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡабул ҡылды был ҡарарҙы:
Тирҙың күркәмлеге менән тәкәбберлеге хур булһын,
Бөтә донъяла хөрмәт ҡаҙанғандар түбәнһетелһен!
10Эй Таршиш-ҡыҙ, үҙ ереңдән ағын Нил һымаҡ үт,
Бүтән ҡаршылыҡ юҡ.
11Раббы диңгеҙ өҫтөнә ҡул һуҙҙы,
Батшалыҡтарҙы тетрәтте,
Ҡәнғән ҡәлғәләрен йығырға бойорҙо, әйтте:
12«Эй мәсхәрә ителгән ғиффәтле Сидон-ҡыҙ,
Бүтән кәйеф-сафа ҡора алмаҫһың!
Тор, Киттимгә юллан,
Тик унда ла тынғылыҡ тапмаҫһың».
13Ана, халдейҙар иленә ҡара:
Ул халыҡ башҡа юҡ инде!
Ашшур, ҡамау манаралары ҡороп,
Уларҙың нығытмаларын емерҙе,
Илде харабаға әйләндерҙе,
Ерҙе ҡырағай хайуандарға бирҙе.
14Үкереп илағыҙ, эй Таршиш караптары!
Сөнки һеҙ һыйынған ҡәлғә емерелде.
15Бынан һуң Тир ҡалаһы етмеш йылға, бер батшаның ғүмере оҙонлоғона, онотолор. Етмеш йыл үткәс, Тир фәхишә ҡатынға сығарылған таҡмаҡтағы һымаҡ булыр: 16«Арфаңды ал, ҡала буйлап йөрө,
Эй һәммәһе онотҡан фәхишә!
Тырыш, матурыраҡ уйна,
Йыр артынан йыр көйлә,
Бәлки, һине иҫкә төшөрөрҙәр».
17Етмеш йыл үткәс, Раббы Тир хаҡында хәстәрлек күрер: ҡала тағы сауҙаға тотонор, донъялағы бөтә батшалыҡтар менән фәхешлек итә башлар. 18Әммә уның сауҙанан килгән табышы тупланмаҫ һәм йыйылмаҫ, ә Раббыға бағышланыр һәм, туйғансы ашаһындар, затлы кейенһендәр өсөн, Раббы хозурында йәшәгәндәргә тотонолор.
Copyright information for
BakIBT2023