‏ Isaiah 37:21-35

Раббының Хизкияһҡа биргән яуабы

21Ишағыяһ Амус улы Хизкияһҡа ошо хәбәрҙе ебәрҙе:

– Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Ашшур батшаһы Санхерив хаҡында Миңә доға ҡылғайның.
22Раббы уның тураһында ошо һүҙҙәрҙе әйтте:

Ғиффәтле Сион-ҡыҙ һинән мыҫҡыл итеп көлә;
Йәрүсәлим-ҡыҙ артыңдан баш сайҡап ҡала.
23Кемде мәсхәрәләнең һин, кемде хурланың?
Кемгә тауыш күтәрҙең?
Эреләнеп кемгә баҡтың? –
Исраилдың Изгеһенә!
24Хеҙмәтселәрең арҡылы бөйөк Хакимды хурланың,
„Иҫәпһеҙ яу арбаларым менән
Тауҙарҙың үренә мендем,
Ливан арҡаларына артылдым.
Бейек кедр ағастарын,
Һайландыҡ кипаристарҙы ҡырҡтым,
Иң бейек түбәһенә, ҡуйы урмандарына олғаштым.
25Ҡоҙоҡ ҡаҙҙым, һыуҙар эстем;
Аяҡ табандарым менән
Мысыр йылғаларын ҡороттом“, – тинең.

26Быларҙың барыһын электән үк әҙерләгәнемде,
Борон замандан уҡ ниәтләгәнемде ишетмәгәйнеңме ни?
Нығытмалы ҡалаларҙы емереп,
Уларҙы харабаға әйләндереп,
Һинең аша ниәтемде әле бойомға ашырҙым.
27Ул ҡалаларҙа йәшәүселәр көсһөҙләнде,
Ҡурҡыуға төшөп, оятҡа ҡалдылар;
Улар ҡырҙағы үҫемлек, болондағы йәшеллек,
Өй башында тамыр ебәрмәҫ борон
Көнсығыш еленән көйгән үлән кеүек булды.
28Ултырғаныңды һәм торғаныңды,
Ингәнеңде-сыҡҡаныңды,
Миңә ҡаршы ярһыуыңды белеп торам.
29Миңә асыу тотҡаныңа күрә,
Маһайыуың килеп ишетелгәнгә,
Мороноңа ырғаҡ,
Ауыҙыңа ауыҙлығымды кейҙерәм;
Һине килгән юлыңдан кире ебәрәм.

30Ә һиңә, Хизкияһ, бына ниндәй билдә булыр:
Быйыл – ҡойолған игендән үҫкәнде,
Икенсе йыл – үҙе тишелеп сыҡҡанды ашарһығыҙ;
Өсөнсө йылына үҙегеҙ сәсерһегеҙ һәм урырһығыҙ,
Йөҙөм баҡсалары ултыртырһығыҙ,
Уларҙың емешен ейерһегеҙ.
31Йәһүҙә нәҫеленең ҡотолоп һау ҡалғандары
Яңынан төпкә тамыр ебәрер, юғарыла – емешләнер.
32Сөнки иҫән ҡалғандар – Йәрүсәлимдән,
Тере ҡалғандар Сион тауынан сығасаҡ.
Быны Күк ғәскәрҙәре Раббыһы
Үҙ ғәйрәте менән тормошҡа ашырасаҡ.

33Шуға күрә Раббы Ашшур батшаһы тураһында былай ти:
„Ул был ҡалаға инмәҫ, уҡ атмаҫ.
Ҡалаға ҡалҡаны менән яҡынлашмаҫ,
Ҡамау өсөн әйләндереп уба ҡормаҫ.
34Килгән юлынан боролоп китер,
Ә был ҡалаға кермәҫ, – тип белдерә Раббы. –
35Был ҡаланы Үҙемдең хаҡыма,
Ҡолом Дауыттың хаҡына
Һаҡлармын һәм ҡотҡарып ҡалырмын“».
Copyright information for BakIBT2023