Isaiah 37:36-38
Санхеривтың үлеме
36Раббы фәрештәһе килеп, ашшурҙарҙың тупламында йөҙ ҙә һикһән биш мең кешене үлтерҙе. Иртәнсәк тороп ҡараһалар, барыһы ла үлеп ята. 37Ашшур батшаһы Санхерив сигенде, Ниневегә ҡайтып китте һәм шунда йәшәне. 38Бер көндө, үҙ илаһы Нисрохтың ҡорамында табынған сағында, улдары Адраммәләх һәм Саресер уны ҡылыс менән сәнсеп үлтерҙе һәм Арарат еренә ҡасты. Санхерив урынына улы Эсар-Хаддон батша булды.
Copyright information for
BakIBT2023