Isaiah 38:1-8
Хизкияһтың ауырыуы һәм һауығыуы
1Шул көндәрҙә Хизкияһ үлемесле ауырыуға тарыны. Амус улы Ишағыяһ пәйғәмбәр уға килеп: – Раббы былай ти: «Йортоңа васыятыңды еткер, сөнки ауырыуыңдан һауыға алмаҫһың, үлерһең», – тине. 2Хизкияһ йөҙө менән диуарға боролоп ятты ла Раббыға ялбарҙы. 3– Йә Раббы! Һин хуш күргән ғәмәлдәр ҡылып, тоғролоҡ менән, ысын күңелдән Һинең юлыңдан йөрөгәнемде иҫеңә төшөрһәң ине, – тип әсенеп-әсенеп иланы. 4Бынан һуң Ишағыяһҡа Раббы һүҙе булды: 5– Бар, Хизкияһҡа әйт: «Атайың Дауыттың Аллаһы Раббы былай ти: „Доғаңды ишеттем, күҙ йәштәреңде күрҙем. Ҡара, Мин ғүмереңде ун биш йылға оҙайтам. 6Һине лә, ҡаланы ла Ашшур батшаһы ҡулынан ҡотҡарырмын – был ҡаланы һаҡлап ҡалырмын. 7Әйткән һүҙемде бойомға ашырасағымдың билдәһе шул: 8байып барған ҡояштың Ахаз төҙөгән баҫҡыстан түбәнгә төшөп барған күләгәһен ун баҫҡысҡа кире сигендерәм“». Шунда ҡояш байып барған еренән кире боролоп, уның күләгәһе ун баҫҡысҡа кире сигенде.
Copyright information for
BakIBT2023