‏ Jeremiah 52:4-27

4Сидкияһ хакимлығының туғыҙынсы йылында, унынсы айҙың унынсы көнөндә Бабил батшаһы Навуходоносор, бөтә ғәскәре менән килеп, Йәрүсәлимдең әйләнәһенә туплам булып урынлашты һәм уратып уба ҡорҙо. 5Ҡала Сидкияһ батша хакимлығының ун беренсе йылына тиклем ҡамауҙа булды. 6Дүртенсе айҙың туғыҙынсы көнөнә ҡалала аслыҡ шул тиклем көсәйҙе, халыҡтың бер тәғәм ризығы ла ҡалманы. 7Шул көндө дошман ҡала диуарының бер урынын емерҙе. Халдейҙар ҡаланы һәр яҡтан ҡамауҙа тотһалар ҙа, Йәһүҙә батшаһы яугирҙәре менән бергә ҡасып китте. Улар төндә батша баҡсаһының эргәһендә ике диуар араһындағы ҡапҡанан сыҡтылар ҙа Ғарава юлынан киттеләр. 8Халдейҙар ғәскәре Сидкияһ батша артынан төштө һәм уны Йерихо тигеҙлегендә ҡыуып етте. Бөтә ғәскәр батшаны ташлап ҡасып бөттө. 9Батшаны әсиргә алып, Хамаҫ ерендәге Ривлаға Бабил батшаһына килтерҙеләр һәм Навуходоносор уға хөкөм сығарҙы. 10Бабил батшаһы Ривлала Сидкияһтың күҙ алдында улдарын, шулай уҡ Йәһүҙәнең бөтә түрәләрен сәнсеп үлтертте. 11Сидкияһтың күҙен һуҡырайтты һәм, баҡыр бығау кейҙереп, Бабилға алып китте. Сидкияһ үлгән көнөнә тиклем зинданда тотолдо.

12Навуходоносор батша хакимлығының ун туғыҙынсы йылында, бишенсе айҙың унынсы көнөндә Бабил батшаһының хеҙмәтсеһе, нөгәрҙәр башлығы Невузарадан Йәрүсәлимгә инде. 13Ул Раббы ҡорамын, батша һарайын, Йәрүсәлимдәге йорттарҙы – бөтә ҙур биналарҙы – яндырып бөтөрҙө. 14Нөгәрҙәр башлығы етәкселегендә халдейҙар ғәскәре Йәрүсәлимде уратып алған диуарҙарҙы емерҙе. 15Ярлыларҙың ҡайһы берәүҙәрен, ҡалала иҫән ҡалған кешеләрҙе, Бабил батшаһы яғына күскәндәрҙе һәм ҡалған һөнәрселәрҙе Невузарадан һөргөнгә оҙатты. 16Йөҙөм баҡсаларында һәм баҫыуҙарҙа эшләр өсөн бер ни тиклем ярлыларҙы ғына ҡалдырҙы.

17Халдейҙар, Раббы ҡорамындағы баҡыр бағаналарҙы, таяуҙарҙы, баҡыр диңгеҙҙе киҫәктәргә тураҡлап, барлыҡ баҡырын Бабилға оҙаттылар. 18Улар ҡаҙандарҙы, көрәктәрҙе, филтә таҙартҡыстарҙы, сеүәтәләрҙе, табаҡтарҙы, ғөмүмән, ҡорамдағы ғибәҙәт хеҙмәтендә ҡулланылған барлыҡ баҡыр һауыттарҙы алды. 19Тастарҙы, күмер сүлмәктәрен, сеүәтәләрҙе, ҡаҙандарҙы, шәмдәлдәрҙе, хуш еҫ төтәҫләгестәрҙе, түкмә ҡорбандар өсөн һауыттарҙы, алтындан һәм көмөштән ҡойолған әйберҙәрҙе нөгәрҙәр башлығы алып китте.

20Раббы ҡорамы өсөн Сөләймән батша яһатҡан ике бағана, баҡыр диңгеҙ һәм уны тотоп торған ун ике үгеҙ рәүешендәге таяуҙарға килгәндә, улар өсөн тотонолған баҡыр үлсәп бөтөрөрлөк түгел ине. 21Һәр бағананың бейеклеге – ун һигеҙ, әйләнә оҙонлоғо ун ике терһәк булып, дүрт бармаҡ ҡалынлығындағы баҡырҙан эшләнгән был бағаналарҙың эстәре ҡыуыш ине. 22Остарында баҡыр таж бар. Таждың бейеклеге биш терһәк ине. Таж тирәләй ҡуйылған селтәр ҙә, анар емештәре лә баҡырҙан ҡойолғайны. Анар емештәре менән биҙәлгән икенсе бағана ла беренсеһенә оҡшағайны. 23Һәр бағана тирәләй туҡһан алты анар емеше булып, селтәрҙе уратҡан анарҙарҙың бөтәһе йөҙ дана ине.

24Нөгәрҙәр башлығы баш ҡаһин Сераяһты, ҡаһин ярҙамсыһы Сефанъяһты, өс тупһа һаҡсыһын әсиргә алды. 25Ҡалала тороп ҡалған яугирҙәрҙең башлығын, батшаның ете кәңәшсеһен, ил халҡын ғәскәри хеҙмәткә теркәгән хәрби баш кәтипте һәм ҡалала ҡалған халыҡтан алтмыш кешене үҙе менән алып китте. 26Нөгәрҙәр башлығы Невузарадан уларҙың барыһын да Ривлаға Бабил батшаһына алып барҙы. 27Бабил батшаһы уларҙы Хамаҫ ерендәге Ривлала язалап үлтерҙе. Шулай итеп, Йәһүҙә халҡы үҙ төйәгенән һөргөнгә ҡыуылды.

Copyright information for BakIBT2023