Job 12:7-10
7Кил, ҡырағай йәнлектәрҙән һора – өйрәтерҙәр,Күктәге ҡоштарҙан – аңлатырҙар.
8Тупраҡҡа әйт, һиңә төшөндөрһөн,
Диңгеҙҙәге балыҡтарҙан һора – һөйләп бирһен.
9Бар нәмәне Раббының ҡулы яһаған –
Уларҙың ҡайһыһы быны белмәй?
10Һәр бер тереклектең йәне,
Бөтөн кешенең һулышы – Уның ҡулында.
Copyright information for
BakIBT2023