John 1:19-28
Яхъяның шаһитлыҡ ҡылыуы
(Маҫ 3:1-12; Мрк 1:2-8; Лк 3:1-18)
19– 20Йәһүд хакимдары Йәрүсәлимдән ҡаһиндарҙы һәм левиҙәрҙе ▼▼ Леви – Яҡуптың улдарының береһе. Алла бойороғо буйынса, Леви нәҫеленән булған кешеләр генә Алла йортонда ҡаһин ярҙамсыһы булып хеҙмәт иткән. Уларҙы левиҙәр тип атағандар (ҡарағыҙ: «Иҫәп алыу», 3:6-13).
Яхъяға уның кемлеген һорарға ебәргәс, ул яуап биреүҙән баш тартманы. Йәшермәйенсә, асыҡтан-асыҡ: – Мин Мәсих түгел, – тип шаһитлыҡ итте. 21– Кем һуң һин? Ильясмы? – тип һоранылар. – Юҡ, – тине Яхъя. – Вәғәҙә ителгән Пәйғәмбәрме? Ул йәнә: – Юҡ, – тип яуапланы. 22– Улайһа, кем һуң һин? – тип һаман ныҡыштылар. – Беҙҙе бында ебәргән кешеләргә беҙ һинең яуабыңды еткерергә тейешбеҙ. Үҙең тураһында ни әйтерһең? 23 b– Мин – Ишағыяһ пәйғәмбәр әйткәнсә: «Раббыға юл турайтығыҙ!» – тип сүлдә яңғыраған тауыш, – тине Яхъя. 24Улар араһындағы фарисей ▼▼ Фарисейҙар – боронғо йәһүдтәрҙең дини төркөмө.
вәкилдәре: 25– Һин Мәсих тә, Ильяс та, вәғәҙә ителгән Пәйғәмбәр ҙә булмағас, ни өсөн һыуға сумдырыу йолаһын ▼▼ Һыуға сумдырыу йолаһы – гонаһтарҙан тәүбә итеп, Алла юлына баҫыуҙы белдергән йола.
башҡараһың? – тип һоранылар. 26Яхъя уларға: – Мин һыуға ғына сумдырам, әммә арағыҙҙа һеҙ белмәгән Берәү бар. 27Минән һуң килгән Зат – Ул, ә мин Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡ түгелмен, – тип яуап бирҙе. 28Был ваҡиғалар Яхъя һыуға сумдыра торған урында – Иордан йылғаһы аръяғындағы Бейт-Әниәлә булды.
Copyright information for
BakIBT2023