‏ John 1:35-42

Ғайсаның беренсе шәкерттәре

(Маҫ 4:18-22; Мрк 1:16-20; Лк 5:2-11)

35Икенсе көндө Яхъя, ике шәкерте менән шул уҡ урында торғанда, 36үтеп барған Ғайсаны күреп:

– Ҡарағыҙ, ана, Алла Бәрәсе, – тине.

37Уның был һүҙҙәрен ишеткәс, шәкерттәрҙең икеһе лә Ғайса артынан китте. 38Ғайса, артына боролоп, уларҙың эйәреп килгәнен күрҙе лә:

– Һеҙгә нимә кәрәк? – тине.

– Рабби (Рабби – «Остаз» тигәнде аңлата), Һин ҡайҙа йәшәйһең? – тип һоранылар.

39– Әйҙәгеҙ, күрерһегеҙ, – тине Ғайса.

Сәғәт дүрттәр тирәһе ине. Улар, Ғайса менән барып, ҡайҙа йәшәгәнен күрҙеләр һәм кискә тиклем Уның янында булдылар.

40Яхъянан ишетеп, Ғайса артынан эйәргән икәүҙең береһе Шимғон Петрустың ҡустыһы Әндриас ине. 41 aУл, иң тәүҙә ағаһы Шимғонды эҙләп табып, уға:

– Беҙ Мәсихте таптыҡ, – тине. Мәсих – «мәсехләнгән Зат
Мәсих – грекса «Христос». Алла тарафынан донъяны ҡотҡарыу өсөн һайланып мәсехләнгән Зат. Элек, Алла ҡушыуы буйынса, Исраил батшаларын билдәләгәндә, ҡаһиндар уның башына зәйтүн майы һөртөр булған.
» тигәнде аңлата.

42Ул Шимғонды Ғайса янына алып килде. Ғайса Шимғонға текләп ҡарап:

– Һин Яхъя улы Шимғонһың, әммә Кефас тип аталырһың, – тине. Кефас һәм Петрус «ҡая» тигәнде аңлата.

Copyright information for BakIBT2023