John 1:40-42
40Яхъянан ишетеп, Ғайса артынан эйәргән икәүҙең береһе Шимғон Петрустың ҡустыһы Әндриас ине. 41 aУл, иң тәүҙә ағаһы Шимғонды эҙләп табып, уға: – Беҙ Мәсихте таптыҡ, – тине. Мәсих – «мәсехләнгән Зат ▼▼ Мәсих – грекса «Христос». Алла тарафынан донъяны ҡотҡарыу өсөн һайланып мәсехләнгән Зат. Элек, Алла ҡушыуы буйынса, Исраил батшаларын билдәләгәндә, ҡаһиндар уның башына зәйтүн майы һөртөр булған.
» тигәнде аңлата. 42Ул Шимғонды Ғайса янына алып килде. Ғайса Шимғонға текләп ҡарап: – Һин Яхъя улы Шимғонһың, әммә Кефас тип аталырһың, – тине. Кефас һәм Петрус «ҡая» тигәнде аңлата.
Copyright information for
BakIBT2023