John 11:45-53
Фарисейҙарҙың Ғайсаны үлтерергә ниәтләүе
45Мәрйәм янына килгән йәһүдтәрҙең күбеһе, Ғайсаның ҡылған эштәрен күргәс, Уға инанды. 46Ә ҡайһы берҙәре, фарисейҙарға барып, Ғайсаның ғәмәлдәре тураһында һөйләп бирҙе. 47Шунда баш ҡаһиндар һәм фарисейҙар кәңәшмәгә йыйылды. Улар: – Беҙгә нимә эшләргә? – тиештеләр. – Был Кеше күп мөғжизәләр күрһәтә. 48Әгәр ҙә шулай дауам итергә юл ҡуйһаҡ, һәммәһе Уға инанасаҡ. Аҙаҡ римлылар килеп, Изге урыныбыҙҙы ла, халыҡты ла юҡ итәсәк. 49Араларынан береһе, ул йылда иң баш ҡаһин булған Ҡаяфас: – Һеҙ бер ни ҙә белмәйһегеҙ! 50Бөтә халыҡ һәләк булыуға ҡарағанда, халыҡ өсөн бер кешенең үлеүе һеҙҙең өсөн хәйерлерәк бит. Шуны аңламайһығыҙмы ни? – тине. 51– 52Ул быны үҙенән һөйләмәне, ә шул йылда иң баш ҡаһин булараҡ, Ғайсаның халыҡ өсөн, йәһүд халҡы өсөн генә түгел, ә барса ерҙәргә таралған Алла балаларын бергә йыйыр өсөн үләсәген алдан әйтеп бирҙе. 53Ошо көндән алып улар Ғайсаны нисек үлтереү тураһында уйлай башланы.
Copyright information for
BakIBT2023