‏ John 12:1-8

Бейт-Әниәлә Ғайсаға май һөртөү

(Маҫ 26:6-13; Мрк 14:3-9; Лк 7:37-39)

1Ҡотҡарылыу байрамына алты көн ҡалғас, Ғайса Бейт-Әниәгә килде. Был – Ғайса үлемдән терелткән Әлғазар йәшәгән ауыл ине. 2Унда Ғайса хөрмәтенә табын йыйҙылар. Марта өҫтәл тәрбиәләп йөрөнө, ә Әлғазар Ғайса һәм башҡа ҡунаҡтар менән бергә табында ултырҙы. 3Мәрйәм, бер ҡаҙаҡ
Ҡаҙаҡ – грекса «литра». Бер литра 327 грамм самаһына тигеҙ.
бик ҡиммәтле хуш еҫле саф нард
Нард – Һиндостанда үҫкән үҫемлек.
майы алып килеп, Ғайсаның аяҡтарына һөрттө, шунан үҙенең сәсе менән ҡоротоп алды. Өй эсе майҙың хуш еҫе менән тулды.

4Шунда Ғайсаның шәкерттәренең береһе, Уға хыянат итәсәк Йәһүҙә Искариот:

5– Ниңә был майҙы өс йөҙ динарға һатып, фәҡирҙәргә өләшеп бирмәҫкә ине инде? – тип ҡуйҙы.

6Ул быны фәҡирҙәр тураһында ҡайғыртҡандан түгел, ә ҡараҡ булғаны өсөн әйтте. Уртаҡ аҡса янсығын йөрөтөү уның вазифаһында ине, һәм ул йыш ҡына унан үҙ ихтыяжына аҡса ала торғайны.

7Ғайса былай яуапланы:

– Мәрйәмде тыныслыҡта ҡалдыр! Ул был хуш еҫле майҙы Мине ерләү көнөнә һаҡларға тейеш ине.
8 cФәҡирҙәр һәр ваҡыт һеҙҙең менән булыр, Мин иһә янығыҙҙа гел булмам.

Copyright information for BakIBT2023