John 12:12-15
Ғайсаның тантаналы рәүештә Йәрүсәлимгә инеүе
(Маҫ 21:4-9; Мрк 11:7-10; Лк 19:35-38)
12Икенсе көндө байрамға йыйылған күп һанлы халыҡ төркөмө, Ғайсаның Йәрүсәлимгә килеүен ишеткәс, 13 aхөрмә ботаҡтары алдылар ҙа: – «Һосанна! ▼▼ Һосанна – йәһүд телендә һүҙмә-һүҙ «зинһар, ҡотҡар» тигәнде аңлата, Алланы данлау өсөн ҡулланыла.
Раббы исеме менән Килеүсе,
Исраил Батшаһы мөбәрәк булһын!» –
тип ҡысҡырып ҡаршыларға сыҡтылар. 14Ғайса, бер ишәк табып шуға атланды һәм барыһы ла Изге Яҙмала әйтелгәнсә тормошҡа ашты: 15 c«Ҡурҡма, Сион-ҡыҙ ▼
▼ Сион-ҡыҙ – Йәрүсәлим халҡы. Сион тауында Йәрүсәлим ҡалаһы урынлашҡан.
.Күрәһеңме, йәш ишәккә атланып,
һинең Батшаң килә».
Copyright information for
BakIBT2023