John 12:12-19
Ғайсаның тантаналы рәүештә Йәрүсәлимгә инеүе
(Маҫ 21:4-9; Мрк 11:7-10; Лк 19:35-38)
12Икенсе көндө байрамға йыйылған күп һанлы халыҡ төркөмө, Ғайсаның Йәрүсәлимгә килеүен ишеткәс, 13 aхөрмә ботаҡтары алдылар ҙа: – «Һосанна! ▼▼ Һосанна – йәһүд телендә һүҙмә-һүҙ «зинһар, ҡотҡар» тигәнде аңлата, Алланы данлау өсөн ҡулланыла.
Раббы исеме менән Килеүсе,
Исраил Батшаһы мөбәрәк булһын!» –
тип ҡысҡырып ҡаршыларға сыҡтылар. 14Ғайса, бер ишәк табып шуға атланды һәм барыһы ла Изге Яҙмала әйтелгәнсә тормошҡа ашты: 15 c«Ҡурҡма, Сион-ҡыҙ ▼
▼ Сион-ҡыҙ – Йәрүсәлим халҡы. Сион тауында Йәрүсәлим ҡалаһы урынлашҡан.
.Күрәһеңме, йәш ишәккә атланып,
һинең Батшаң килә».
16Шәкерттәре ул саҡта быны аңламаны, Ғайса шөһрәт алғандан һуң ғына Изге Яҙмала Уның хаҡында шулай яҙылған булыуын һәм Уны шулай ҡаршы алыуҙарын хәтерҙәренә төшөрҙө. 17Әлғазарҙы ҡәберҙән сығарып терелткән саҡта Ғайса менән булған кешеләр был хәл тураһында һөйләне. 18Халыҡ, Ғайсаның ошондай мөғжизә ҡылғанын ишеткәнгә күрә, Уны ҡаршы алырға сыҡҡайны. 19Фарисейҙар иһә үҙ-ара: – Күрәһегеҙме, ҡулыбыҙҙан бер нәмә лә килмәй. Бөтә кеше Уға эйәрә, – тиеште.
Copyright information for
BakIBT2023