John 13:21-30
Ғайсаның хыянатсы Йәһүҙәне фаш итеүе
(Маҫ 26:20-25; Мрк 14:17-21; Лк 22:21-23)
21Быны әйткәндән һуң Ғайса ҙур тулҡынланыу менән: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: арағыҙҙан берегеҙ Миңә хыянат итәсәк, – тине. 22Уның кем хаҡында һөйләгәнен аңлап етмәгән шәкерттәре, аптырашта ҡалып, бер-береһенә ҡарашты. 23Уларҙың береһе – яратҡан шәкерте – Ғайсаның янында ғына ултыра ине. 24Шимғон Петрус, Ғайсаның кем хаҡында һөйләүен һорарға ҡушып, уға ишара яһаны. 25Шәкерт, Ғайсаға тағы ла нығыраҡ яҡынайып: – Хакимым, ул кем? – тип һораны. 26Ғайса: – Мин бер һыныҡ икмәкте манып кемгә бирәм, шул, – тип яуап ҡайтарҙы ла, бер һыныҡ икмәкте ашына манып, Шимғон Искариот улы Йәһүҙәгә бирҙе. 27Йәһүҙә һыныҡты ҡулына алыу менән уның эсенә Иблис инде. Ғайса уға: – Ҡылаһы эшеңде тиҙерәк ҡыл, – тине. 28– 29Әммә Ғайсаның нилектән шулай тип әйткәнен табындағыларҙың береһе лә аңламаны. Аҡса янсығы Йәһүҙәлә булғанлыҡтан, ҡайһы берәүҙәр, Ғайса уға байрамға ризыҡ һатып алырға йәки аҡсаның бер өлөшөн фәҡирҙәргә таратып бирергә ҡушҡандыр, тип уйланы. 30Һыныҡты алыу менән Йәһүҙә сығып китте. Төн ине.
Copyright information for
BakIBT2023