John 18:25-27
25Шунда йылынып торған Шимғон Петрустан: – Һин Уның шәкерттәренең береһе түгелме? – тип һоранылар. – Юҡ, – тип инҡар итте Петрус. 26Иң баш ҡаһиндың хеҙмәтселәренең береһе, ҡолағын Петрус сабып өҙгән кешенең туғаны: – Мин һине ул Кеше менән бергә баҡсала күрҙем түгелме һуң? – тип һораны. 27Петрус тағы инҡар итте. Тап ошо ваҡытта әтәс ҡысҡырып ебәрҙе.
Copyright information for
BakIBT2023