‏ John 18:28-37

28Ғайсаны Ҡаяфас янынан өлкә башлығының һарайына алып килделәр. Был иртә менән булды. Йәһүдтәр һарайға инмәне, сөнки инһәләр, таҙарыныуҙары боҙолоп, Ҡотҡарылыу байрамында ҡатнаша алмаҫтар ине.

29Пилатос үҙе улар янына сыҡты:

– Был Кешене нимәлә ғәйепләйһегеҙ?

30Тегеләр уға:

– Әгәр ҙә Ул енәйәтсе булмаһа, беҙ Уны һинең хөкөмөңә тотоп килтермәгән булыр инек, – тип яуап бирҙе.

31– Уны алып китеп, үҙегеҙҙең ҡанунығыҙ буйынса хөкөм итегеҙ, – тине Пилатос.

Йәһүдтәр:

– Беҙҙең кемде лә булһа үлем язаһына тарттырырға хоҡуғыбыҙ юҡ, – тинеләр.

32Был иһә Ғайсаның Үҙенең нисек үләсәгенә ишара итеп әйткән һүҙҙәре тормошҡа ашһын өсөн әйтелде.

33Пилатос һарайына ҡабат инде һәм Ғайсаны саҡыртып:

– Һин йәһүдтәр Батшаһымы? – тип һораны.

34– Һин быны үҙең генә әйтәһеңме, әллә Минең хаҡта башҡалар һөйләнеме? – тине Ғайса.

35– Мин йәһүдме ни? Һине миңә Үҙ халҡың һәм баш ҡаһиндар тапшырҙы. Һин нимә эшләнең? – тине Пилатос.

36– Минең Батшалығым был донъяныҡы түгел. Әгәр был донъяныҡы булһа, Минең кешеләрем Мине йәһүдтәргә бирмәҫ өсөн көрәшерҙәр ине. Юҡ, Минең Батшалығым бындағы түгел, – тип яуапланы Ғайса.

37– Тимәк, Һин Батшаһың, шулаймы? – тине Пилатос.

Ғайса уға:

– Һин үҙең Мине Батша тиһең. Мин хәҡиҡәт тураһында шаһитлыҡ ҡылыу өсөн тыуҙым, донъяға ла шуның өсөн килдем. Хәҡиҡәт яҡлы һәр кем Мине тыңлай, – тип яуапланы.

Copyright information for BakIBT2023