John 18:3-11
3Бына ул, римлыларҙың ғәскәри төркөмөн һәм Алла йортоноң баш ҡаһиндар менән фарисейҙар тарафынан ебәрелгән һаҡсыларын эйәртеп, шунда килде. Улар факелдар, яҡтыртҡыстар һәм ҡоралдар тотҡайны. 4Ғайса, Үҙе менән ни буласағын белеп, уларға ҡаршы сыҡты. – Кемде эҙләйһегеҙ? – тип һораны. 5Тегеләр Уға: – Назаралы Ғайсаны, – тип яуап бирҙе. – Ул – Мин, – тине Ғайса. Хыянатсы Йәһүҙә лә улар менән шунда тора ине. 6Ғайса: «Ул – Мин», – тигәс, тегеләр артҡа сигенеп, ергә йығылып китте. 7Ғайса йәнә: – Кемде эҙләйһегеҙ? – тип һораны. Улар: – Назаралы Ғайсаны, – тине. 8– Мин һеҙгә: «Ул – Мин», – тип әйттем бит инде, – тине Ғайса. – Әгәр ҙә һеҙгә Мин кәрәк икән, янымдағы кешеләрҙе сығарып ебәрегеҙ. 9Ул быларҙы: «Һин Миңә биргәндәрҙең береһен дә юғалтманым», – тигән һүҙҙәре тормошҡа ашһын өсөн әйтте. 10Шимғон Петрустың ҡылысы бар ине. Ул уны һурып сығарҙы ла, иң баш ҡаһиндың хеҙмәтсеһенә һелтәнеп, уның уң ҡолағын сабып өҙҙө. Хеҙмәтсенең исеме Малхос ине. 11Ғайса Петрусҡа: – Ҡылысыңды ҡыныңа тығып ҡуй! Атам биргән туҫтаҡтан эсмәҫ инемме ни? – тине.
Copyright information for
BakIBT2023