John 18:39-40
39Йолағыҙ буйынса Ҡотҡарылыу байрамында бер тотҡондо азат итәм. Йәһүдтәр Батшаһын азат итеүемде теләйһегеҙме? – тине. 40Шунда барыһы ла: – Уны түгел! Бараббасты! – тип ҡысҡырҙы. Бараббас иһә юлбаҫар ине. John 19:1-16
Ғайсаны үлемгә хөкөм итеү
1Шунан һуң Пилатос Ғайсаны ҡамсы менән һуҡтырырға ҡушты. 2Ғәскәриҙәр, сәнскәктән таж үреп, Уның башына һалдылар, өҫтөнә ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге ябынса кейҙерҙеләр һәм 3бер-бер артлы уның янына килеп: – Йәшәһен йәһүдтәр Батшаһы! – тип яңаҡтарына һуҡтылар. 4Пилатос йәнә сығып, халыҡҡа: – Ҡарағыҙ, хәҙер ул Кешене һеҙгә алып киләм. Белеп тороғоҙ, мин Унда бер ниндәй ҙә ғәйеп тапманым, – тине. 5Башына сәнскеле таж, өҫтөнә ҡыҙыл кейем кейҙерелгән Ғайса сығып баҫты. – Бына ул Кеше! – тине Пилатос. 6Баш ҡаһиндар һәм һаҡсылар Ғайсаны күргәс: – Уны арҡысаҡҡа ▼▼ Арҡысаҡ – ул заманда кешеләрҙе язалап үлтереү өсөн ҡулланылған бер-береһенә тура мөйөшләп ҡағылған ике бүрәнә. Ул яйланманы «тәре» тип тә атайҙар.
ҡаҙаҡлат, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип ҡысҡырҙылар. Пилатос уларға: – Алығыҙ ҙа үҙегеҙ ҡаҙаҡлағыҙ, сөнки мин Уның бер ғәйебен дә күрмәйем, – тине. 7Йәһүдтәр: – Беҙҙең ҡануныбыҙ бар. Был ҡанун буйынса, Ул үлергә тейеш, сөнки Үҙен Алла Улы тип атаны, – тип яуап бирҙеләр. 8Быны ишеткәс, Пилатос бигерәк тә ныҡ ҡурҡыуға төштө 9һәм, йәнә һарайға инеп, Ғайсанан: – Һин ҡайҙан булаһың? – тип һораны. Әммә Ғайса яуап бирмәне. 10– Һөйләшергә теләмәйһеңме? – тине Пилатос. – Һине азат итергә лә, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатырға ла хакимлығым барлығын белмәйһеңме ни? 11Ғайса уға яуап итеп: – Һиңә юғарынан бирелмәһә, Минең өҫтән бер ниндәй хакимлығың булмаҫ ине. Шунлыҡтан Мине һиңә тапшырған кешенең гонаһы һинекенән ҙурыраҡ, – тине. 12Был һүҙҙәренән һуң Пилатос Уны азат итергә тырышып ҡараны. Йәһүдтәр иһә: – Уны ҡотҡараһың икән, һин ҡайсарҙың ▼▼ Ҡайсар – боронғо Рим императорҙарының рәсми атамаларының береһе.
дуҫы түгел! Үҙен үҙе батша тип иғлан иткән һәр кем – ҡайсарҙың дошманы! – тип ҡысҡырҙылар. 13Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Пилатос Ғайсаны сығарып, йәһүдсә «Ғаббаҫа» тип йөрөтөлгән «Таш баҫма» тигән ҡалҡыу ерҙәге хөкөм итеү урынына барып ултырҙы. 14Ҡотҡарылыу байрамына әҙерлек көнө, төш тирәһе ине. Пилатос йәһүдтәргә: – Бына һеҙҙең Батшағыҙ! – тине. 15Ә улар: – Олаҡтыр Уны! Олаҡтыр! Арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип һөрәнләне. – Батшағыҙҙы ҡаҙаҡлатайыммы? – тине Пилатос. Баш ҡаһиндар: – Беҙҙең ҡайсарҙан башҡа батшабыҙ юҡ! – тип яуапланы. 16Ахырҙа Пилатос Ғайсаны, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыр өсөн, уларға тапшырҙы. Уны алып киттеләр.
Copyright information for
BakIBT2023