a Зәб 21:19.

‏ John 19:17-27

Ғайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлау

(Маҫ 27:33-44; Мрк 15:24-32; Лк 23:33-43)

17Ғайса, Үҙенең арҡысағын күтәреп, ҡаланың «Баш һөйәге урыны», йәғни йәһүдсә «Голгоҫа» тип аталған урынға килде. 18Уны һәм Уның ике яғынан тағы ике кешене арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланылар, Ғайса уртаға тура килде. 19Пилатос ҡушҡанса яҙыу яҙып, арҡысаҡҡа ҡаҡтылар. Унда «Назаралы Ғайса – йәһүдтәр Батшаһы» тип яҙылғайны. 20Ул яҙыуҙы күп йәһүдтәр уҡыны, сөнки Ғайса арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған ер ҡалаға яҡын һәм ул яҙыу йәһүд, латин һәм грек телдәрендә ине. Йәһүдтәрҙең баш ҡаһиндары Пилатосҡа:

21– «Йәһүдтәр Батшаһы» тип түгел, ә «Был кеше Үҙен „Мин йәһүдтәр Батшаһы“тине» тип яҙ, – тинеләр.

22Пилатос:

– Ни яҙһам, шул яҙылды инде, – тип яуап бирҙе.

23Ғәскәриҙәр, Ғайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлағас, Уның кейемдәрен һәр ғәскәригә бер өлөш тейерлек итеп дүрткә бүлделәр. Эске күлдәген дә алдылар, күлдәк тегелмәгән, бер бөтөн туҡыманан ине.

24 aУлар бер-береһенә:

– Быны йыртмайыҡ, йәрәбә һалайыҡ, кемебеҙгә булһа ла сығыр, – тиеште.

Был хәл Изге Яҙмалағы:

«Кейемдәремде үҙ-ара бүлешеп алдылар,
ябынсам өсөн йәрәбә ырғыттылар», –

тигән һүҙҙәр тормошҡа ашһын өсөн булды. Ғәскәриҙәр тап шулай эшләне.

25Ғайса ҡаҙаҡланған арҡысаҡ янында Уның әсәһе, әсәһенең һеңлеһе, Клопастың ҡатыны Мәрйәм һәм Магдала ҡалаһынан Мәрйәм баҫып торалар ине. 26Ғайса, Үҙенең әсәһен һәм шунда уҡ торған яратҡан шәкертен күреп, әсәһенә:

– Бына был – һинең улың, – тине.
27Унан шәкерткә: – Бына был – һинең әсәйең, – тине.

Шул ваҡыттан башлап шәкерт Мәрйәмде үҙ өйөнә алды.

Copyright information for BakIBT2023