‏ John 19:28-30

Ғайсаның үлеме

(Маҫ 27:48-50; Мрк 15:36-37; Лк 23:36)

28 aШунан һуң Ғайса, барыһы ла үтәлгәнен белгәнлектән, Изге Яҙмала әйтелгәндәр тормошҡа ашһын өсөн:

– Һыуһаным! – тине.

29Шунда әсе шарап тултырылған көршәк тора ине. Ғәскәриҙәр һыу һеңдергесте әсе шарапҡа мандылар ҙа, уны майағас сыбығына элеп, Ғайсаның ирененә терәнеләр. 30Ғайса әсе шарапты татып ҡарағас:

– Ғәмәлгә ашты! – тине лә башын эйеп йән бирҙе.

Copyright information for BakIBT2023