John 2:13-16
Алла йортон таҙартыу
(Маҫ 21:12-13; Мрк 11:15-17; Лк 19:45-46)
13 aЙәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы ▼▼ Ҡотҡарылыу байрамында йәһүдтәрҙең Мысыр ҡоллоғонан ҡотолоуы хәтергә алына. Грек телендә был байрам «Пасха» тип атала.
яҡынлашҡас, Ғайса Йәрүсәлимгә килде. 14Ул, Алла йортонда үгеҙ, һарыҡ, күгәрсен һатып тороусыларҙы һәм өҫтәл артында ултырған аҡса алмаштырыусыларҙы күргәс, 15бауҙан сыбыртҡы ишеп алып, уларҙың бөтәһен дә үгеҙ-һарыҡтары менән бергә Алла йортонан ҡыуа башланы; аҡса алмаштырыусыларҙың аҡсаларын сәсеп, өҫтәлдәрен ауҙарып ебәрҙе. Күгәрсен һатыусыларға: 16– Быларҙы бынан алығыҙ! Минең Атамдың Йортон баҙарға әйләндермәгеҙ! – тине.
Copyright information for
BakIBT2023