John 2:13-22
Алла йортон таҙартыу
(Маҫ 21:12-13; Мрк 11:15-17; Лк 19:45-46)
13 aЙәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы ▼▼ Ҡотҡарылыу байрамында йәһүдтәрҙең Мысыр ҡоллоғонан ҡотолоуы хәтергә алына. Грек телендә был байрам «Пасха» тип атала.
яҡынлашҡас, Ғайса Йәрүсәлимгә килде. 14Ул, Алла йортонда үгеҙ, һарыҡ, күгәрсен һатып тороусыларҙы һәм өҫтәл артында ултырған аҡса алмаштырыусыларҙы күргәс, 15бауҙан сыбыртҡы ишеп алып, уларҙың бөтәһен дә үгеҙ-һарыҡтары менән бергә Алла йортонан ҡыуа башланы; аҡса алмаштырыусыларҙың аҡсаларын сәсеп, өҫтәлдәрен ауҙарып ебәрҙе. Күгәрсен һатыусыларға: 16– Быларҙы бынан алығыҙ! Минең Атамдың Йортон баҙарға әйләндермәгеҙ! – тине. 17 cШунда Уның шәкерттәре Изге Яҙмалағы: «Һинең йортоң өсөн йән атып, янып-көйәм мин», – тигән һүҙҙәрҙе иҫтәренә төшөрҙө. 18Йәһүд башлыҡтары Ғайсанан: – Бындай эшкә вәкәләтең барлығын Һин беҙгә ниндәй мөғжизә менән иҫбат итә алаһың? – тип һораны. 19– Бынау Алла йортон емереп ташлағыҙ, Мин уны өс көндә торғоҙасаҡмын, – тине Ғайса. 20Йәһүдтәр: – Был Йорт ҡырҡ алты йыл төҙөлдө, Һин уны өс көндә генә торғоҙмаҡсы булаһыңмы? – тинеләр. 21Әммә Ғайса, «бынау Алла йортон» тигәндә Үҙенең тәнен күҙ уңында тотҡайны. 22Ул үленән терелеп торғандан һуң, шәкерттәре, Уның ошо хаҡта әйткәнен иҫтәренә төшөрөп, Изге Яҙмаға ла, Ғайсаның һүҙҙәренә лә ышанды.
Copyright information for
BakIBT2023