aЗәб 15:10.
John 20:1-18
Ғайсаның терелеүе
(Маҫ 28:1-10, 16-20; Мрк 16:1-18; Лк 24:1-12, 36-49)
1Аҙнаның беренсе көнөндә таң менән, әле ҡараңғы ваҡытта уҡ, магдалалы Мәрйәм ҡәбер янына килде һәм ҡәбер ауыҙындағы таштың ауҙарылғанын күрҙе. 2Ул Шимғон Петрусҡа һәм теге, Ғайса яратҡан, шәкерткә йүгереп барҙы. Уларға: – Хакимыбыҙҙы ҡәберҙән алып киткәндәр. Ҡайҙа һалғандарын белмәйбеҙ, – тине. 3Петрус менән әлеге шәкерт ҡәбер янына китте. 4Улар икеһе лә йүгереп барҙы, әммә шәкерт Петрусты уҙып, алданыраҡ барып етте. 5Эйелеп эскә ҡарағас, ул шунда ятҡан кәфенде күрҙе, ләкин ҡәбер эсенә инмәне. 6Уның артынса Шимғон Петрус та килеп етте. Ул, мәмерйә эсенә инеп, унда ятҡан кәфенде 7һәм Ғайсаның башына уралған яулыҡты күрҙе. Әммә яулыҡ кәфен менән бергә түгел, ә урап ҡуйылғанса, үҙ урынында айырым ята ине. 8Шунда ҡәбер янына алданыраҡ йүгереп килгән шәкерт тә эскә инде, ул барыһын да күрҙе һәм ышанды. 9 aУлар Ғайсаның үленән тереләсәге тураһында Изге Яҙмала әйтелгәнде аңламайҙар ине әле. 10Шунан һуң шәкерттәр өйҙәренә ҡайтты. 11Ә Мәрйәм ҡәбер янында илап ҡалды. Ул илай-илай ҡәбер эсенә эйелеп ҡараны һәм 12унда аҡтан кейенгән ике фәрештәне күрҙе. Уларҙың береһе Ғайсаның кәүҙәһе ятҡан урындың баш тәңгәлендә, икенсеһе аяҡ осонда ултыра ине. Улар: 13– Эй ҡатын! Ниңә илайһың? – тип һоранылар. – Хакимымды алып киткәндәр, ә ҡайҙа ҡуйғандарын белмәйем, – тине Мәрйәм. 14Шулай тигәндән һуң боролоп, артында баҫып торған Ғайсаны күрҙе, әммә Уны таныманы. 15– Һеңлекәш, ниңә илайһың? Кемде эҙләйһең? – тине уға Ғайса. Мәрйәм Уны баҡсасы тип уйлап: – Әфәндем! Уны һин алып сыҡҡан булһаң, ҡайҙа ҡуйғаныңды әйт, мин Уны алайым, – тине. 16Ғайса уға: – Мәрйәм! – тип өндәште. Мәрйәм, әйләнеп ҡарап, йәһүдсә: – Раббуни (йәғни Остаз)! – тип ҡысҡырып ебәрҙе. 17– Миңә теймә! – тине Ғайса, – Мин әле Атам янына олғашманым. Шәкерттәремә ҡайтып әйт: «Мин Үҙемдең һәм һеҙҙең Атағыҙ янына, Минең һәм һеҙҙең Аллағыҙ янына олғашам». 18Магдалалы Мәрйәм шәкерттәргә барып: – Мин Хакимыбыҙҙы күрҙем, – тине һәм Ғайса әйткәндәрҙе һөйләп бирҙе.
Copyright information for
BakIBT2023