‏ John 20:1-8

Ғайсаның терелеүе

(Маҫ 28:1-10, 16-20; Мрк 16:1-18; Лк 24:1-12, 36-49)

1Аҙнаның беренсе көнөндә таң менән, әле ҡараңғы ваҡытта уҡ, магдалалы Мәрйәм ҡәбер янына килде һәм ҡәбер ауыҙындағы таштың ауҙарылғанын күрҙе. 2Ул Шимғон Петрусҡа һәм теге, Ғайса яратҡан, шәкерткә йүгереп барҙы. Уларға:

– Хакимыбыҙҙы ҡәберҙән алып киткәндәр. Ҡайҙа һалғандарын белмәйбеҙ, – тине.

3Петрус менән әлеге шәкерт ҡәбер янына китте. 4Улар икеһе лә йүгереп барҙы, әммә шәкерт Петрусты уҙып, алданыраҡ барып етте. 5Эйелеп эскә ҡарағас, ул шунда ятҡан кәфенде күрҙе, ләкин ҡәбер эсенә инмәне. 6Уның артынса Шимғон Петрус та килеп етте. Ул, мәмерйә эсенә инеп, унда ятҡан кәфенде 7һәм Ғайсаның башына уралған яулыҡты күрҙе. Әммә яулыҡ кәфен менән бергә түгел, ә урап ҡуйылғанса, үҙ урынында айырым ята ине. 8Шунда ҡәбер янына алданыраҡ йүгереп килгән шәкерт тә эскә инде, ул барыһын да күрҙе һәм ышанды.
Copyright information for BakIBT2023