‏ John 20:19-23

19Шәкерттәр шул көндө, йәғни аҙнаның беренсе кисендә, йәһүдтәрҙән ҡурҡып, өй ишектәрен бикләп, йыйылып ултыра ине. Шунда Ғайса килеп инде. Ул уртаға баҫып:

– Именлек һеҙгә! – тине.
20Быны әйткәс, ҡулдарын һәм ҡабырғаһын күрһәтте. Шәкерттәр Раббыларын күреп бик ҡыуанды.

21Ғайса тағы:

– Именлек һеҙгә! – тип ҡабатланы. – Атам Мине ебәргән кеүек, Мин дә һеҙҙе ебәрәм.

22Шулай тип, һулышын уларға өрҙө:

– Изге Рухты ҡабул итегеҙ!
23Кемдең гонаһтарын ғәфү итһәгеҙ, шуныҡы ғәфү ителер; кемдекен ғәфү итмәйһегеҙ, шуныҡы ғәфү ителмәҫ, – тине.

Copyright information for BakIBT2023