‏ John 6:1-13

Биш мең кешене туйҙырыу

(Маҫ 14:13-21; Мрк 6:32-44; Лк 9:10-17)

1Шунан һуң Ғайса Галилея күленең икенсе ярына китте. Был Тибериас күле тип тә атала. 2Ғайсаның ауырыуҙарҙы һауыҡтырған мөғжизәләрен күреп, Уның артынан бик күп халыҡ эйәрҙе. 3Ғайса шәкерттәре менән бергә тауға сығып ултырҙы. 4Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы яҡынлашып килә ине.

5Ғайса күтәрелеп ҡараны ла, Үҙенә табан ҙур халыҡ төркөмө килгәнен күреп, Филиппусҡа:

– Уларҙы ашатыр өсөн ҡайҙан икмәк һатып алырбыҙ икән? – тине.

6Ул был һүҙҙәрҙе Филиппусты һынар өсөн генә әйтте, асылда нимә эшләйәсәген белә ине инде.

7– Ике йөҙ динарлыҡ
Динар – көмөш тәңкә. Эшсенең бер көнлөк хеҙмәт хаҡын тәшкил иткән.
икмәк алғанда ла, һәр береһенә өлөшләп кенә бүлеп бирергә лә етмәҫ, – тип яуапланы Филиппус.

8Шәкерттәрҙең береһе, Шимғон Петрустың ҡустыһы Әндриас:

9– Бында бер малайҙың биш арпа икмәге һәм ике балығы бар, әммә был тиклем күмәк халыҡҡа ул нимә генә инде? – тине.

10– Кешеләргә ултырырға ҡушығыҙ, – тине Ғайса.

Был ерҙә үлән ҡуйы ине. Шулай итеп, барыһы ла үләнгә ултырҙы. Унда ирҙәр генә биш мең самаһы ине.
11Ғайса, икмәкте алып, Аллаға рәхмәт уҡыны. Шунан ултырған кешеләргә өләште. Балыҡтарҙы ла һәр кемгә теләгән тиклем бирҙе. 12Бөтәһе лә туйғансы ашағас, Ул шәкерттәренә:

– Ҡалған һыныҡтарҙы йыйып алығыҙ, бер нәмә лә әрәм булмаһын, – тине.

13Улар, биш арпа икмәгенән ҡалған һыныҡтарҙы йыйып, ун ике кәрзингә тултырҙы.

Copyright information for BakIBT2023