‏ John 6:16-21

Ғайсаның күл өҫтөнән атлап килеүе

(Маҫ 14:22-33; Мрк 6:45-51)

16Кис көнө шәкерттәре күл буйына төштө лә 17кәмә менән аръяҡтағы Капернаумға табан йөҙөп китте. Ҡараңғы төштө, ә Ғайса әле улар янына килмәне. 18Күлдә ҡаты ел ҡупты, тулҡындар көсәйҙе. 19Шәкерттәр инде биш-алты саҡрым
Биш-алты саҡрым – грекса «егерме биш-утыҙ стадия». Бер стадия – 185 м.
ара үткәйне, шунда улар, күл өҫтөнән атлап кәмәгә етеп килгән Ғайсаны күреп, ҡурҡып киттеләр.

20– Был Мин, ҡурҡмағыҙ! – тине Ғайса.

21Шәкерттәре Уны кәмәгә ултыртырға теләгәйне, тап ошо мәлдә кәмә улар китеп барған ярҙа булып сыҡты.

Copyright information for BakIBT2023