‏ Jonah 3:6-9

6Был хәбәр Ниневе батшаһына барып еткәс, ул тәхетенән тороп батша кейемен систе лә, ҡыл туҡымаға уранып, көлгә ултырҙы. 7Батша үҙенең һәм вәзир-бәктәренең исеменән Ниневелә ошо фарманды халыҡҡа еткерергә ҡушты:

«Кешеләр ҙә, хайуандар: эреле-ваҡлы мал-тыуар ҙа бер нәмә лә ашамаһын, утлауҙа йөрөмәһен, һыу эсмәһен.
8Кешеләр ҙә, мал да, ҡыл туҡыма ябынып, бар көсөнә Аллаға ялбарһын. Һәр кем яман юлдан тайпылһын, золом ҡылыуҙан туҡтаһын. 9Кем белә, бәлки, шул саҡ Алла беҙҙе йәлләр ҙә кире уйлар, асыуын баҫыр, һәм беҙ иҫән ҡалырбыҙ».

Copyright information for BakIBT2023