Joshua 19:2-9
2Уға түбәндәге ауыл-ҡалалар инә: Беер-Шәвәғ, Шемағ, Молада, 3Хасар-Шуғал, Бала, Ғесәм, 4Әлҫолад, Беҫул, Хорма, 5Сиҡлағ, Бейт-Маркавоҫ, Хасар-Суса, 6Бейт-Леваоҫ һәм Шарухен – ауылдары менән бергә бөтәһе ун өс ҡала. 7Ғайн, Риммон, Ғәҫәр һәм Ғашан – ауылдары менән бергә бөтәһе дүрт ҡала, 8шулай уҡ Бағалаҫ-Беерға, йәғни Негевтағы Рамаҫҡа тиклемге әлеге ҡалалар тирәһендәге бөтә ауылдар. Нәҫелдәренә күрә Шимғон ырыуының биләмә ерҙәре ана шулар. 9Шимғон улдарының биләмә ерҙәре Йәһүҙә улдарының өлөшөнән булды, сөнки Йәһүҙә нәҫелдәренең өлөшө улар өсөн кәрәгенән артығыраҡ ине. Шуға күрә Шимғон нәҫелдәре уларҙың ерҙәренән биләмәләр алды.
Copyright information for
BakIBT2023