Joshua 6:22-24
22Егеттәр барып Рахавты һәм уның бөтә нәҫел-нәсәбен – атаһын, әсәһен, ағай-энеһен, туғандарын – алып сыҡтылар ҙа исраилдар тупламынан ситтәрәк бер ерҙә ҡалдырҙылар. 23Исраилдар ҡаланы һәм унда булған бар нәмәне үртәне. Бары тик алтын-көмөштө, баҡыр һәм тимер әйберҙәрҙе Раббы йортоноң хазина һаҡлағысына алдылар. 24Йушағ тарафынан Йерихоны байҡап ҡайтырға ебәрелгән кешеләрҙе йәшереп ҡалдырған өсөн, Йушағ фәхишә ҡатын Рахавты һәм уның ғаиләһен һәм бөтә туғандарын иҫән ҡалдырҙы. Рахавтың нәҫел-нәсәбе әле лә исраилдар араһында йәшәй.
Copyright information for
BakIBT2023