Luke 10:13-15
«Ҡайғы һеҙгә»
13 aҠайғы һиңә, Хоразин! Ҡайғы һиңә, Бейт-Сайда! Әгәр ҙә һеҙҙә ҡылынған мөғжизәләр Тир һәм Сидон ҡалаларында күрһәтелгән булһа, ундағы кешеләр, ҡыл туҡымаға уранып һәм көлгә ултырып, күптән инде тәүбәгә килерҙәр ине. 14Әммә ҡиәмәт көнөндә Тир менән Сидондың хәле һеҙҙекенән еңелерәк булыр. 15 bЭй, Капернаум, әллә һине күккә тиклем күтәрерҙәр тип уйлайһыңмы? Юҡ, үлеләр донъяһына тиклем түбән ырғытылырһың!
Copyright information for
BakIBT2023