Luke 10:25-28
Изге күңелле Самария кешеһе хаҡында ҡисса
(Маҫ 22:34-40; Мрк 12:28-31)
25Бына бер ҡанун белгесе урынынан торҙо ла, Ғайсаны һынарға теләп: – Остаз, мәңгелек тормошто мираҫ итеп алыр өсөн миңә нимә эшләргә? – тине. 26– Ҡанунда нимә тип яҙылған? Һин унан нимә уҡыйһың? – тип һораны Ғайса. 27 a b– «Аллаң Раббыны бөтә йөрәгең, бөтә йәнең, бөтә көсөң һәм бөтә аҡылың менән ярат» һәм «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат», – тип яуапланы ҡанун белгесе. 28 c– Дөрөҫ яуап бирҙең, шулай эшлә һәм йәшәрһең, – тине Ғайса.
Copyright information for
BakIBT2023