‏ Luke 10:4-12

4Үҙегеҙ менән бер нәмә лә: аҡса янсығы ла, артмаҡ та, аяҡ кейеме лә алмағыҙ, юлда туҡтап берәүҙе лә сәләмләмәгеҙ. 5Ингән һәр өйөгөҙҙә иң тәүҙә: «Был йортҡа именлек булһын», – тип әйтегеҙ. 6Унда именлеккә лайыҡлы кеше йәшәһә, әйткән теләгегеҙ тормошҡа ашыр, әгәр лайыҡлы булмаһа – тормошҡа ашмаҫ. 7Үҙегеҙҙе ҡабул иткән өйҙә ҡалығыҙ, ни бирһәләр, шуны ашағыҙ һәм эсегеҙ, сөнки эшсенең үҙенең хеҙмәтенә күрә әжерен алырға хаҡы бар. Ул төбәктә булған саҡта өйҙән-өйгә күсеп йөрөмәгеҙ.

8Берәй ҡалаға килгәс, унда һеҙҙе ҡабул итһәләр, алдығыҙға нимә ҡуйыла, шуны ашағыҙ. 9Ундағы ауырыуҙарҙы һауыҡтырығыҙ һәм ҡалала йәшәүселәргә: «Һеҙгә Алла Батшалығы яҡынлаша», – тип әйтегеҙ. 10Әммә, берәй ҡалаға килеп, унда һеҙҙе ҡабул итмәһәләр, урамға сығып: 11«Ҡалағыҙҙың аяҡтарыбыҙға ҡунған туҙанын да һеҙгә ҡағып ҡалдырабыҙ. Шулай ҙа белегеҙ, Алла Батшалығы яҡынлаша», – тиерһегеҙ. 12Һеҙгә әйтәм: ҡиәмәт көнөндә Содомдың хәле ул ҡаланыҡынан еңелерәк булыр.

Copyright information for BakIBT2023