‏ Luke 11:14-23

Ғайса һәм Бәғел-Зевул

(Маҫ 12:22-30; Мрк 3:22-27)

14Ғайса телһеҙ берәүҙең эсенән енде ҡыуып сығарҙы. Ен сыҡҡандан һуң, был кешенең теле асылды. Халыҡ быға хайран ҡалды. 15Уларҙың ҡайһы берҙәре:

– Ул ендәрҙе ендәр башлығы Бәғел-Зевулдың
Бәғел-Зевул – Иблискә ҡарата ҡулланыла торған исем. Бәғел-Зевул Ҡәнғән халыҡтарының илаһы булған. Уны яуыз рухтар башлығы тип һанағандар (ҡарағыҙ: «ІV Батшалар», 1:2).
көсө менән ҡыуып сығара, – тине.

16Ә бәғзеләре, Ғайсаны һынап ҡарарға теләп, Уның күктән илаһи билдә күрһәтеүен талап итте. 17Әммә Ғайса, уларҙың уйҙарын белеп, халыҡҡа былай тине:

– Халҡы үҙ-үҙенә ҡаршы һуғышҡан батшалыҡ емерелер, эсендә дошманлыҡ булған һәр ғаилә тарҡалыр.
18Иблис Иблисте ҡыуып сығарып, үҙ-үҙенә ҡаршы һөжүмгә барһа, уның батшалығы нисек имен тороп ҡала алыр? Ә һеҙ миңә: «Ендәрҙе Бәғел-Зевул көсө менән ҡыуып сығараһың», – тиһегеҙ! 19Әгәр Мин ендәрҙе Бәғел-Зевул көсө менән ҡыуып сығарам икән, һеҙҙең кешеләрегеҙ кемдең көсө менән ҡыуып сығара һуң? Шуға күрә, әйҙә, улар һеҙҙе хөкөм итһен. 20Ә инде Мин ендәрҙе Алла көсө менән ҡыуып сығарам икән, тимәк, һеҙгә Алла Батшалығы килеп етте.

21Көслө кеше үҙ өйөн ҡорал менән һаҡлаған саҡта, уның милке хәүефһеҙлектә булыр. 22Ә инде көслөрәк берәү, һөжүм итеп, был кешене еңә ҡалһа, уның таянысы булған бөтә ҡоралын тартып алыр, табышын бүлгеләр. 23Кем Минең менән түгел, шул Миңә ҡаршы. Кем Минең менән бергә йыймай, шул тарҡата.

Copyright information for BakIBT2023