‏ Luke 11:24-26

Яуыз рухтың ҡайтыуы

(Маҫ 12:43-45)

24– Яуыз рух, кешенең эсенән сыҡҡандан һуң, һыуһыҙ ерҙәрҙә үҙенә һыйыныр урын эҙләп йөрөй, ләкин таба алмай. Шунан: «Элекке өйөмә әйләнеп ҡайтайым әле», – тип уйлай. 25Кире ҡайтҡас, ул уны һеперелгән һәм йыйыштырылған хәлдә таба. 26Бынан һуң ул үҙенән дә яуызыраҡ ете рухты эйәртеп ҡайтып, шунда йәшәй башлайҙар. Ахырҙа, был кешенең хәле баштағыға ҡарағанда ла нығыраҡ насарая.

Copyright information for BakIBT2023