Luke 11:9-13
9Шулай булғас, һеҙгә әйтәм: һорағыҙ – һеҙгә бирелер; эҙләгеҙ – табырһығыҙ; шаҡығыҙ – һеҙгә асырҙар. 10Сөнки һәр һораған кеше ала, эҙләгән таба һәм шаҡығанға асалар. 11Арағыҙҙан ҡайһы атай балыҡ һораған улына йылан тотторор? 12Йәки йомортҡа һораһа, саян бирер? 13Шулай булғас, һеҙ үҙегеҙ яман була тороп та, балаларығыҙға яҡшылыҡ өләшә беләһегеҙ икән, күктәге Атағыҙ Үҙенән һорағандарға Изге Рухты һис шикһеҙ бирәсәк.
Copyright information for
BakIBT2023