Luke 12:2-9
2Асылмайса ҡалыр йәшерен бер нәмә лә һәм беленмәйсә ҡалыр бер сер ҙә юҡ. 3Шуға күрә ҡараңғыла һөйләгәнегеҙ көн яҡтыһында ишетелер, өй эсендә ҡолаҡҡа шыбырлап әйткәнегеҙ ҡыйыҡтарҙан хәбәр ителер.Кемдән ҡурҡырға кәрәк?
(Маҫ 10:28-33)
4Һеҙгә иһә, дуҫтарыма, шуны әйтәм: тәнде үлтереүҙән башҡа бер нәмә лә ҡыла алмаған әҙәмдәрҙән ҡурҡмағыҙ. 5Һеҙгә кемдән ҡурҡырға кәрәклеген әйтәм. Йәнегеҙҙе алғандан һуң йәһәннәмгә ташларға хакимлығы булған Алланан ҡурҡығыҙ: эйе, һеҙгә әйтәм, Унан ҡурҡығыҙ. 6Биш турғай ике баҡыр тәңкәгә ▼▼ Баҡыр тәңкә – грекса «ассарион». Бер ассарион ун алтынан бер динарға тигеҙ (бер динар – эшсенең бер көнлөк эш хаҡы).
һатыла түгелме ни? Ләкин уларҙың береһе лә Алланың иғтибарынан ситтә ҡалмаған. 7Һеҙҙең иһә башығыҙҙағы һәр бер сәс бөртөгө лә һанаулы. Ҡурҡмағыҙ, һеҙ бик күп турғайҙарға ҡарағанда ҡәҙерлерәкһегеҙ. 8Һеҙгә әйтәм: Мине кешеләр алдында ҡабул иткән һәр кемде Әҙәм Улы ла Алла фәрештәләре алдында ҡабул итер. 9Ә кем кешеләр алдында Минән ваз кисә, унан Алла фәрештәләре алдында ваз кисерҙәр.
Copyright information for
BakIBT2023