Luke 12:22-31
Алла Батшалығы һәм донъя мәшәҡәттәре
(Маҫ 6:25-34)
22Ғайса шәкерттәренә былай тине: – Шуға күрә, Мин һеҙгә әйтәм: нимә ашарбыҙ, нимә эсербеҙ, тип – йәнегеҙ; нимә кейербеҙ, тип тәнегеҙ өсөн борсолмағыҙ. 23Йән – ризыҡтан, тән кейемдән мөһимерәк бит. 24 aҠарғаларға ҡарағыҙ: улар сәсмәй ҙә, урмай ҙа; уларҙың келәттәре лә, буралары ла юҡ. Шулай ҙа Алла уларҙы туйындыра. Ә һеҙ ҡоштарға ҡарағанда әллә күпмегә ҡәҙерлерәк бит. 25Арағыҙҙан кем, борсолоп, үҙ ғүмерен бер сәғәткә булһа ла оҙонайта ала? 26Шулай булғас, хатта бәләкәй генә нәмәне лә эшләй алмайһығыҙ икән, ни эшләп башҡа нәмә тураһында ҡайғырырға? 27 bЛәләләрҙең нисек үҫкәнен ҡарағыҙ: улар эшләмәй ҙә, еп тә иләмәй. Әммә һеҙгә шуны әйтәм: хатта ни тиклем данлы Сөләймән батша ла ул дәрәжәлә затлы кейенмәгән. 28Әгәр Алла бөгөн яланда үҫеп ултырған, ә иртәгә мейескә ташланасаҡ үләнде шулай кейендерә икән, һеҙҙе бигерәк тә кейендерер, эй иманы аҙҙар. 29Шулай булғас, нимә ашарбыҙ, нимә эсербеҙ, тип ҡайғырмағыҙ. Бының өсөн хафаланмағыҙ. 30Ул турала был донъя кешеләре баш ҡатыра. Ә Атағыҙ һеҙҙең был нәмәләргә мохтаж икәнегеҙҙе белә. 31Һеҙ, киреһенсә, Алла Батшалығын эҙләгеҙ, шунда ҡалғаны ла бирелер.
Copyright information for
BakIBT2023