Luke 12:39-46
39Әммә шуны белегеҙ: әгәр ҙә өй хужаһына ҡараҡтың ҡайһы ваҡытта килере мәғлүм булһа, уғрыға өйөнә инергә юл ҡуймаҫ ине. 40Шуның һымаҡ, һеҙ ҙә әҙер булығыҙ: Әҙәм Улы һеҙ көтмәгән сәғәттә килер. 41Шул саҡ Петрус: – Хакимым, был ҡиссаны һин беҙҙең өсөн генә һөйләнеңме, әллә башҡалар өсөн дәме? – тип һораны. 42Раббы Ғайса иһә былай тине: – Ә өйҙөң ышаныслы һәм аҡыллы идарасыһы ниндәй була? Әйтәйек, ризыҡты ваҡытында өләшер өсөн, хужа бер хеҙмәтсеһен башҡалары өҫтөнән ҡуя. 43Хужаһы ҡайтып, эштең үҙе әйткәнсә үтәлгәнен күрһә, ул хеҙмәтсе ниндәй бәхетле! 44Һеҙгә ысынын әйтәм: хужаһы уны бөтә мөлкәте өҫтөнән идара итергә ҡуясаҡ. 45Ләкин ул хеҙмәтсе: «Хужам тиҙ генә ҡайтмаҫ әле», – тип уйлап, ир һәм ҡатын-ҡыҙ хеҙмәтселәрҙе туҡмарға тотонһа һәм ашап-эсеп, иҫереп йөрөһә, 46хужаһы ул көтмәгән көндә һәм уйламаған сәғәттә ҡайтып төшөр ҙә уны ҡаты язаға тарттырыр, иманһыҙҙар көнөнә төшөрөр.
Copyright information for
BakIBT2023