Luke 12:54-56
Заман билдәләре
(Маҫ 16:2-3; 5:25-26)
54Ғайса йәнә халыҡҡа өндәште: – Һеҙ көнбайышта болот күтәрелгәнен күргәс тә: «Ямғыр яуыр», – тиһегеҙ, һәм шулай була. 55Көньяҡтан ел иҫһә: «Эҫе булыр», – тиһегеҙ, һәм шулай була. 56Ике йөҙлөләр! Ерҙе һәм күк йөҙөн күҙәтеп, һауа торошон билдәләйһегеҙ, ә ни өсөн был заманды төшөндөрөп бирә алмайһығыҙ?
Copyright information for
BakIBT2023