Luke 13:18-21
Гәрсис орлоғо һәм әсетке
(Маҫ 13:31-32; Мрк 4:30-32)
18Шунан һуң Ғайса былай тине: – Алла Батшалығы нимәгә оҡшаған һәм Уны нимә менән сағыштырайым? 19Ул кешенең баҡсаһына ултыртҡан гәрсис орлоғона оҡшаған. Орлоҡ үҫеп еткәс, ағасҡа әүерелә һәм уның ботаҡтарында ҡоштар оя ҡора. 20Ғайса һүҙен дауам итте: – Алла Батшалығын йәнә нимә менән сағыштырайым? 21Ул ҡатын кеше бөтә ҡамырҙы ҡабартырға тип бер ҡапсыҡ ▼▼ Бер ҡапсыҡ – һүҙмә-һүҙ: «өс сатон». Был яҡынса 39 л (23 кг он).
онға болғаған әсеткегә оҡшаған.
Copyright information for
BakIBT2023