Luke 14:16-24
16Ғайса иһә уға былай тине: – Бер кеше, мул табын әҙерләп, күп ҡунаҡ саҡырған. 17Ашар мәл еткәс, ҡунаҡтарға: «Килегеҙ, табын әҙер инде», – тип әйтергә үҙенең хеҙмәтсеһен ебәргән. 18Бөтәһе лә, һүҙ ҡуйышҡан кеүек, ғәфү үтенә башлаған. Беренсеһе: «Ер һатып алғайным, шуны барып ҡарарға кәрәк, зинһар, мине ғәфү ит», – тигән. 19Икенсеһе: «Биш пар эш үгеҙе һатып алғайным, уларҙы һынап ҡарарға кәрәк, зинһар, мине ғәфү ит», – тигән. 20Өсөнсөһө: «Мин өйләндем, шуның өсөн бара алмайым», – тигән. 21Хеҙмәтсе, ҡайтҡас, был хаҡта хужаһына һөйләп биргән. Хужа асыуланған да: «Бар, йәһәт кенә ҡала майҙандарынан һәм тыҡрыҡтарҙан фәҡирҙәрҙе, ғәриптәрҙе, һуҡырҙарҙы һәм аҡһаҡтарҙы йыйып алып ҡайт», – тип хеҙмәтсеһен сығарып ебәргән. 22Хеҙмәтсе әйләнеп ҡайтҡас: «Хужам, һинең әмерең үтәлде, әммә буш урындар ҡалды әле», – тигән. 23Хужа хеҙмәтсеһенә: «Бар, ҡала ситендәге юлдарға, һуҡмаҡтарға сыҡ, кешеләрҙе бында килергә күндер, өйөм тулы булһын, – тип бойорған. – 24Һеҙгә шуны әйтәм: тәүге саҡырылғандарҙың береһе лә минең табынымдағы ризыҡты ауыҙ итә алмаҫ» ▼▼ Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «сөнки саҡырылғандар күп, һайлап алырлыҡтары иһә аҙ» тигән һүҙҙәр ҙә бар.
.
Copyright information for
BakIBT2023