Luke 18:15-17
Ғайсаның балаларға биргән фатихаһы
(Маҫ 19:13-15; Мрк 10:13-16)
15Ғайса ҡағылып Үҙенең фатихаһын бирһен өсөн, Уның янына бәләкәй балаларын да алып килделәр. Шәкерттәре иһә быны күреп, уларҙы шелтәләне, үткәрмәне. 16Ғайса иһә балаларҙы янына саҡырып: – Балаларҙы Минең яныма үткәрегеҙ, уларға ҡамасауламағыҙ! Алла Батшалығы – ошондайҙарҙыҡы. 17Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кем Алла Батшалығын балалар һымаҡ ҡабул итмәй, шул унда инмәйәсәк, – тине.
Copyright information for
BakIBT2023