Luke 18:18-30
Ғайса һәм бай
(Маҫ 19:16-29; Мрк 10:17-30)
18Башлыҡтарҙың береһе Ғайсанан: – Игелекле Остаз, мәңгелек тормошто мираҫ итеп алыр өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк? – тип һораны. 19– Ниңә һин Мине игелекле тип атайһың? – тине Ғайса. – Алланан башҡа бер кем дә игелекле түгел. 20 aУның бойороҡтарын беләһең: «Зина ҡылма, кеше үлтермә, урлашма, ялған шаһитлыҡ бирмә, атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит». 21Ә башлыҡ Уға: – Мин быларҙың бөтәһен дә йәш сағымдан уҡ үтәп киләм, – тине. 22Быны ишеткәс, Ғайса былай тине: – Һиңә тағы бер нәмә етмәй: ниндәй мөлкәтең бар, бөтәһен дә һатып, фәҡирҙәргә өләш. Шулай эшләһәң, күктәге хазинаға эйә булырһың. Шунан кил дә Миңә эйәр. 23Башлыҡ иһә, быны ишеткәс, ҡайғыға төштө: ул бик бай ине. 24Ғайса, уның ҡайғырғанын күреп, былай тине: – Байлығы булған кешеләргә Алла Батшалығына инеү ни тиклем ҡыйын! 25Бай кешегә Алла Батшалығына инеүгә ҡарағанда, дөйәгә энә күҙәүе аша үтеү еңелерәк. 26Быны ишетеүселәр: – Улай булғас, кем генә ҡотола алыр һуң? – тип һораны. 27– Кешеләр өсөн мөмкин булмаған нәмә Алла өсөн мөмкин, – тине Ғайса. 28Петрус иһә: – Бына, бөтә булған нәмәбеҙҙе ҡалдырып, беҙ Һиңә эйәрҙек, – тине. 29Ғайса тыңлаусыларға өндәште: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: өйөн, ҡатынын, ағай-энеһен, ата-әсәһен йәки балаларын Алла Батшалығы хаҡына ҡалдырған һәр кем 30был донъяла күп тапҡырға артығыраҡ алыр, ә инде киләсәк донъяла ул мәңгелек тормошҡа эйә булыр.
Copyright information for
BakIBT2023