Luke 18:35-43
Һуҡыр хәйерсене һауыҡтырыу
(Маҫ 20:29-34; Мрк 10:46-52)
35Ғайса Йерихоға яҡынлашып килгәндә, юл ситендә бер һуҡыр хәйер һорашып ултыра ине. 36Эргәһенән күмәк кеше үтеп барғанын ишетеп: – Нимә булды? – тип һораны. 37– Назаралы Ғайса үтеп бара, – тинеләр уға. 38Шунда ул: – Дауыт Улы Ғайса, мине йәллә инде! – тип ҡысҡырып ебәрҙе. 39Алда барғандар, уны әрләп, тыйырға тырышты, әммә ул: – Дауыт Улы, мине йәллә инде! – тип ҡысҡырыбыраҡ ҡабатланы. 40Ғайса, туҡтап, уны Үҙенең янына килтерергә ҡушты. Һуҡыр килгәс: 41– Һинең өсөн нимә эшләүемде теләйһең? – тип һораны. – Әфәндем! Күҙҙәрем күрһен ине, – тине һуҡыр. 42Ғайса уға: – Күҙҙәрең күрһен! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы, – тине. 43Һуҡыр шунда уҡ күрә башланы һәм, Алланы данлап, Ғайсаға эйәреп китте. Быны күреп торған кешеләрҙең бөтәһе лә Аллаға маҡтау яуҙырҙы.
Copyright information for
BakIBT2023