‏ Luke 19:12-27

12Ғайса былай тине:

– Затлы нәҫелдән булған бер кеше, үҙ иле өҫтөнән батшалыҡ ҡабул итергә лә әйләнеп ҡайтырға тип, алыҫ юлға сыҡҡан.
13Юлға сығыр алдынан ун хеҙмәтсеһен саҡырып алған да берәр көмөш тәңкә
Көмөш тәңкә – грекса «мна». Бер мна 100 динарға, тимәк, 100 эшсенең бер көнлөк хеҙмәт хаҡына тигеҙ.
биреп: «Мин ҡайтҡансы быларҙы файҙаланып табыш алығыҙ», – тигән.
14Халыҡ иһә уны яратмаған һәм: «Беҙ уның батшалыҡ итеүен теләмәйбеҙ», – тип, артынса уҡ илселәр ебәргән.

15Теге кеше, батшалыҡты ҡабул итеп ҡайтыу менән, аҡса биргән хеҙмәтселәренең күпме табыш алғанын белешер өсөн, уларҙы үҙенең янына саҡырырға ҡушҡан. 16Беренсе хеҙмәтсе килеп: «Хужам, һинең көмөш тәңкәң ун тәңкә килтерҙе», – тигән. 17Хужа уға: «Яҡшы эшләгәнһең, һин – һәйбәт хеҙмәтсе. Бәләкәй эштә ышаныслы булғаның өсөн, ун ҡала менән идара итеүҙе һиңә тапшырам», – тигән. 18Икенсе хеҙмәтсе килеп: «Хужам, һинең көмөш тәңкәң биш тәңкә килтерҙе», – тигән. 19Хужа уға: «Һин биш ҡала менән идара ит», – тигән. 20Ә өсөнсө хеҙмәтсе килеп: «Хужам, бына тәңкәң, һинән ҡурҡҡанға күрә, уны мин яулыҡҡа төрөп һаҡлап тоттом. 21Һин бит аяу белмәҫ кеше – һалмағаныңды алаһың, сәсмәгәнеңде ураһың», – тигән. 22Хужа иһә уға: «Мин һине үҙ һүҙҙәрең менән хөкөм итәм, булдыҡһыҙ хеҙмәтсе! Минең аяу белмәҫ булғанымды, һалмағанды алғанымды, сәсмәгәнде урғанымды белә инең бит! 23Шулай булғас, ни өсөн мин биргән тәңкәне әйләнешкә индермәнең? Ҡайтҡас та уны табышы менән бергә алған булыр инем», – тигән.

24Шунан янындағыларға: «Унан тәңкәне алығыҙ ҙа ун көмөшө булғанына бирегеҙ», – тип ҡушҡан. 25Ярҙамсылары уға: «Хужабыҙ! Ул хеҙмәтсенең ун тәңкәһе бар бит инде», – тигән. 26Хужа уларға: «Һеҙгә әйтәм: кемдеке бар, шуға тағы ла күберәк бирелер, ә кемдеке юҡ, уның булғаны ла тартып алыныр. 27Ә инде үҙҙәренә батша булыуымды теләмәгән дошмандарымды бында алып килегеҙ һәм күҙ алдымда үлтерегеҙ», – тип яуаплаған.

Copyright information for BakIBT2023