a Зәб 117:26.
Luke 19:28-38
Ғайсаның тантаналы рәүештә Йәрүсәлимгә инеүе
(Маҫ 21:1-9; Мрк 11:1-10; Ях 12:12-19)
28Ғайса, был ҡиссаны һөйләгәндән һуң, Йәрүсәлимгә табан юл тотто. 29Зәйтүн тауына, Бейт-Фаге менән Бейт-Әниә ауылдарына яҡынлашҡас, ике шәкертен алдан ебәрҙе: 30– Ҡаршылағы ауылға барығыҙ, унда ингәс, бәйҙә торған һәм бығаса һис кем менмәгән йәш ишәкте күрерһегеҙ. Уны ысҡындырып, бында алып килегеҙ. 31Әгәр берәйһе: «Ниңә уны бәйҙән ысҡындыраһығыҙ?» – тип һораһа: «Ул Хужаға кәрәк», – тип әйтегеҙ. 32Шәкерттәре Ғайса әйткән ишәкте барып тапты. 33Улар йәш ишәкте бауҙан ысҡындырған саҡта ишәктең хужалары: – Ишәкте ниңә бауҙан ысҡындыраһығыҙ? – тип һораны. 34Шәкерттәр: – Ул Хужабыҙға кәрәк, – тинеләр. 35Ишәкте Ғайса янына алып килделәр ҙә, өҫ кейемдәрен ишәк өҫтөнә һалып, Ғайсаны уға атландырҙылар. 36Ғайса ишәк өҫтөндә барған саҡта, кешеләр өҫ кейемдәрен сисеп юлға түшәне. 37Ғайса Зәйтүн тауынан Йәрүсәлимгә табан төшә торған юлға яҡынлашҡас, күп һанлы шәкерттәр төркөмө, үҙҙәре күргән бөтөн мөғжизәләр өсөн ҡыуанышып, көслө тауыштар менән Алланы данлай башланылар: 38 a– Раббы исеме менән килеүсе Батша мөбәрәк булһын!Күктә – именлек, бейек күктәрҙә – дан!
Copyright information for
BakIBT2023