Luke 2:1-7
Ғайсаның тыуыуы
(Маҫ 1:18-25)
1Ул көндәрҙә Август ҡайсарҙың ▼▼ Ҡайсар – боронғо Рим императорҙарының рәсми атамаларының береһе. Август б.э.т. 27 – б.э. 14-се йылдарынаса идара иткән.
тотош Рим империяһында халыҡ иҫәбен алырға тигән бойороғо сыға. 2Сүриәгә Курениос идара иткән заманда был тәүләп үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу була. 3Иҫәпкә алыныр өсөн һәр кем үҙ ҡалаһына ҡайтты. 4Йософ та Галилеялағы Назара ҡалаһынан Йәһүҙиәләге Бейт-Ләхәмгә – Дауыттың тыуған ҡалаһына юлланды, сөнки Дауыт нәҫеленән ине. 5Ул исемлеккә теркәлергә үҙенә йәрәшелгән Мәрйәм менән бергә барҙы. Мәрйәм ауырлы ине. 6Улар Бейт-Ләхәмдә саҡта Мәрйәмдең бала табыр мәле етте. 7Мәрйәм үҙенең баш балаһын – Улын тыуҙырҙы һәм, йүргәккә төрөп, Уны мал утлыҡсаһына һалды, сөнки ҡунаҡ йортонда уларға урын юҡ ине.
Copyright information for
BakIBT2023