‏ Luke 20:1-8

Ғайсаның вәкәләте кемдән?

(Маҫ 21:23-27; Мрк 11:27-33)

1Бер көндө, халыҡты Алла йортонда аң-белемгә өйрәтеп, Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан иткән сағында, Ғайса янына аҡһаҡалдар менән баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре килде. 2Улар Ғайсанан:

– Әйт әле, быларҙы Һин ниндәй вәкәләт менән эшләйһең? Ул вәкәләтте Һиңә кем бирҙе? – тип һораны.

3– Мин дә һеҙгә бер һорау бирәм, – тине Ғайса уларға. – Әйтегеҙ әле: 4Яхъяның һыуға сумдырыу хоҡуғы күктән инеме, әллә кешеләрҙәнме?

5Тегеләр үҙ-ара фекер алышты:

– Әгәр: «Күктән», – тиһәк, Ул: «Ниңә һуң һеҙ уға ышанманығыҙ?» – тип һораясаҡ.
6Ә инде: «Кешеләрҙән», – тиһәк, бөтә халыҡ беҙҙе таш менән бәргесләр, сөнки барыһы ла Яхъяның пәйғәмбәр булыуына ышана.

7Ахырҙа:

– Ҡайҙан икәнен белмәйбеҙ, – тип яуап ҡайтарҙылар.

8– Улай булғас, Мин дә һеҙгә быларҙы ниндәй вәкәләт менән башҡарғанымды әйтмәйем, – тине Ғайса.

Copyright information for BakIBT2023