‏ Luke 20:20-26

Ҡайсарға – ҡайсарҙыҡы,

Аллаға – Алланыҡы

(Маҫ 22:15-22; Мрк 12:13-17)

20Улар Ғайса артынан ныҡлап күҙәтергә үҙҙәренең кешеләрен ебәрҙе. Былары иһә, үҙҙәрен эскерһеҙ итеп күрһәткән булып, Ғайсанан бәйләнерлек һүҙ әйттереп, идарасы ҡулына хөкөмгә тотоп бирергә ниәтләне.

21Шуның өсөн улар Ғайсанан:

– Остаз, беҙ Һинең хаҡ һүҙ һөйләүеңде һәм өйрәтеүеңде беләбеҙ. Кешеләргә айырмай ҡарайһың һәм, дөрөҫлөктән ситкә тайпылмайынса, Алла юлына өйрәтәһең.
22Әйт әле, ҡайсарға һалым түләү дөрөҫмө, әллә юҡмы? – тип һораны.

23Ғайса уларҙың мәкерле ниәттәрен аңлап:

24– Ҡайҙа, Миңә бер динар күрһәтегеҙ әле. Бында кемдең һүрәте төшөрөлгән һәм кемдең исеме яҙылған? – тип һораны.

– Ҡайсарҙыҡы, – тип яуап бирҙеләр.

25Ғайса уларға:

– Шулай булғас, ҡайсарҙыҡын – ҡайсарға, Алланыҡын Аллаға бирегеҙ, – тине.

26Ғайсаның халыҡ алдында һөйләгән һүҙҙәренә бәйләнерлек урын таба алманылар. Уның яуабына иҫтәре китеп, шымып ҡалдылар.

Copyright information for BakIBT2023